САҠМАҒОШ КИРБЕС ЗАВОДЫ, МУП. Бер ҡатлы тығыҙ керамик кирбес етештерә. Составына производство, плитка, ҡаҙанлыҡ цехтары инә. 2009 й. 124 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1989 й. нигеҙ һалына, 1994 й. Саҡмағош хужалыҡ‑ара кирбес з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1999 й. алып хәҙ. исемле ДУП, 2006 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.