СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ, МЕТРОЛОГИЯ ҺӘМ СЕРТИФИКАЦИЯЛАУ ҮҘӘГЕ,БР‑ҙа федераль дәүләт учреждениеһы. БР терр‑яһында үлсәмдәр берлеген; метрология хеҙмәттәренең, һынау һәм аналитик лаб., сертификация органдарының аккредитацияһын; продукцияны һынап ҡарауҙы һәм эксперт баһалауын; пр‑тие ҡаҙаныштарын пропагандалауҙы тәьмин итә; пр-тиеларға мәлүмәти, консультатив һәм практик ярҙам күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. Составына радиоэлектрон, электромагнит, механик, геом., физик-химик дәүмәлдәрҙе үлсәү сараларын тикшереү; сығымды, баҫымды, т‑раны ҡарап тороу;  компьютерҙар м-н тәьмин итеү, аккредитация, стандартлаштырыу, мәғлүмәт бүлектәре; электр энергияһының сифат лаб., электр һәм магнит ҡырҙарының көсөргәнеш приборҙарын тикшереү бүлеге; Белорет, Бөрө (икеһе лә – 1935), Стәрлетамаҡ (1936), Октябрьский (1962), Нефтекама (1988) ҡҡ. филиалдар инә. Үҙәк эталон һәм тикшереү йыһаздарына эйә  (1259 берәмек), үлсәү сараларының 615 төркөмөн тикшереү һәм калибрлау өлкәһендә  техник компетентлылыҡҡа аккредитация алған. 2008 й. 240 кеше эшләгән; 293979 үлсәү сараһы тикшерелгән.

1902 й. 20‑се Өфө сауҙа үлсәмдәрен һәм үлсәүҙәрен тикшереү палаткаһы булараҡ нигеҙ һалына (Өфө һәм Ырымбур губерналарын хеҙмәтләндерә), 1926 й. алып БАССР НКВД‑һының Үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр бүлеге, 1939 й. башлап БАССР ХКС‑ының Үлсәмдәр һәм үлсәү приборҙары эштәре б‑са Вәкәләтле ком‑ты идаралығы (1946 й. алып БАССР МС‑ы эргәһендәге), 1953 й. башлап БАССР Үлсәмдәр һәм үлсәү приборҙары идаралығы, 1955 й. – БАССР МС‑ы эргәһендәге Стандарттар, үлсәмдәр һәм үлсәү приборҙары к‑ты, 1956 й. – Башҡ-н үлсәү техникаһы б‑са дәүләт контролдә тотоу лаб., 1967 й. башлап Башҡ‑н стандарттар һәм үлсәү техникаһын дәүләт күҙәтеүе лаб. (1975 й. алып Башҡ‑н өлкә‑ара), 1977 й. алып Рәсәй Дәүләт стандартының Башҡ-н стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге, 1994 й. хәҙ. исемен, 2002 й. хәҙ. статусын ала. “Рәсәйҙең 1000 иң яҡшы предприятиеһы һәм ойошмаһы”  конкурсында еңеүсе (2004).

М.Р.Сәйфелмөлөкова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика