САУҘА‑СӘНӘҒӘТ ПАЛАТАҺЫ, БР‑ҙың дәүләт ҡарамағында булмаған коммерциялашмаған ойошмаһы, БР иҡтисадын, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген һ.б. үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында булдырыла. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. алып эшләй. Составына йәмәғәт бәйләнештәре һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү, мәғлүмәт- аналитик, халыҡ‑ара һәм төбәк‑ара хеҙмәттәшлек, экспертиза, сертификация һәм сифат системалары, арбитраж‑хоҡуҡ идаралыҡтары; мәғлүмәт системалары, эш һәм проф. мәғариф үҙәктәре; 10 ком‑т; Төньяҡ (Нефтекама ҡ.), Көнбайыш (Октябрьский ҡ.), Көньяҡ (Стәрлетамаҡ ҡ.) һәм Урал аръяғы (Белорет ҡ.) филиалдары инә. 800‑ҙән ашыу ойошманы берләштерә. 2009 й. 87 кеше эшләгән. Ойошманың төп бурыстары: дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында эшлекле даирәләрҙе тәҡдим итеү һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау; бәләкәй, урта һәм эре бизнес эшҡыуарҙарының хеҙмәттәшлек итеүен ойоштороу; инновацияларҙы, тышҡы сауҙа бәйләнештәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү һ.б. Етәкселәре: В.И.Евстигнеев (1990 й. алып), А.Н.Скужин (1991 й. алып), К.А.Борисов (1992 й. алып), Л.Г.Кирәев (1994 й. алып), Р.Р.Шәйәхмәтов (1996 й. алып), З.Х.Хәйруллин (2001 й. алып), Б.А.Бондаренко (2003 й. алып), С.П. Ефремов (2008 й. алып), А.М. Бондарук (2010 й. алып), Ю.Л. Пустовгаров (2011 й. алып), етәксе вазифаһын башҡарыусы А.М.Фазлыев (2015 й. дек. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика