СЮТКИН Владимир Михайлович (28.2.1952, БАССР-ҙың Краснокама р-ны Николо-Березовка а.), инженер-механик. БР-ҙың атҡ. машина эшләүсеһе (1997). Ижевск механика ин-тын тамамлағандан һуң (1974) Рязань мәҙәниәт-көнкүреш тауарҙары ф-каһында өлкән мастер булып эшләй. 1977 й. алып “Нефтекама автозаводы” ААЙ-нда: инженер-технолог, 1978 й. башлап преслау цехы нач. урынбаҫары, 1981 й. – технологик бюро нач., 1983 й. – баш технолог урынбаҫары, 1986 й. – баш технолог, 1991 й. алып баш инженер урынбаҫары, 1994 й. – техник дир. урынбаҫары, 1995 й. башлап техник дир. – ген. дир. урынбаҫары. С. етәкс. “НефАЗ” автобустарын эшләп сығарыу проекты эшләнә һәм етештереү ҡеүәте арта (1500 берәмеккә тиклем), автоматик үҙбушатҡыстарҙы, автоцистерналарҙы, тағылмаларҙы, ярым тағылмаларҙы лазер һәм плазма м-н ҡырҡып етештереүгә модернизация үткәрелә. С. ҡатнашлығында телескопик гидроцилиндрҙар өсөн плунжерҙар әҙерләү ысулы эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт пр. лауреаты (2001).

Тәрж.  Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика