СЫРХЫУАТ (лат. erysipelas, урыҫсанан — рожа), кешенең инфекцион ауырыуы, уға организмдың дөйөм ағыуланыуы һәм тән тиреһенең шешеп зарарланыуы хас. Тыуҙырыусыһы: А төркөмөндәге β‑гемолитик стрептококк. С. зарарланыу кимәле б‑са буллёз, геморрагик, некротик, флегмоноз, эритематоз һ.б.; таралышы б‑са — локалләшкән, гиҙеүсе, метастатик; ҡабатланыуы б‑са — беренсел, икенсе ҡат, ҡабатланып торған төрҙәргә бүленә. Инфекция сығанаҡтары: стрептококк инфекцияһының төрлө формалары м‑н ауырығандар һәм бактерия йөрөтөүселәр. Тыуҙырыусы зарарланған тире һәм лайлалы тиресә аша үтеп инә. Инкубация осоро 3—5 көн. Төп билдәләре: юғары т‑ра, өшөп ҡалтыраныу, баш ауыртыу, тиренең ҡайһы бер урындарында (йышыраҡ сираҡта һәм биттә) сиктәре асыҡ күренеп торған гиперемия, шешенеү, әрнетеү, ҡысытыу. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшеренеү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: флегмона, тәрән тире некроздары, флебит, лимфостаз һ.б. Дауалау: медикаментоз (антибиотиктар, шешеүгә ҡаршы стероид булмаған препараттар һ.б.), хирургик, дезинтоксикация терапияһы, физиотерапия һ.б. Иҫкәртеү: хроник стрептококк инфекцияһы сығанаҡтарын һауыҡтырыу һ.б.; ҡабатланып торған формаларҙа — йыл әйләнәһенә дауалау (бициллин‑5 ҡулланып).

Башҡортостанда 10 мең кешегә С. м‑н ауырығандар 1,4 — 2,2 кеше тура килә. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 60‑сы йй. Б.В.Сөләймәнов етәкс. С. клиникаһы, диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләре, 80—90‑сы йй. — клиник‑иммунологик үҙенсәлектәре (В.Б.Егоров, А.П.Мамон, Р.Т.Мырҙабаева, Р.Г.Сәлимова, Д.Х.Хунафина) өйрәнелә. 2000 й. алып С. ҡатнаш дауалау ысулдары, ш. иҫ. хирургик (Ә.Ғ.Хәсәнов), лазер ҡулланып (Ә.М.Шәмсиева, Л.Р.Шәйхуллина) һәм лимфа системаһын лазер терапияһы ҡулланып антибиотик м‑н электрофорез ярҙамында туйындырыу (Р.Х.Абдулов, Г.Р.Абдулова, Д.Ә.Вәлишин) эшләнә, С. барышы үҙенсәлектәре тикшерелә (Р.К.Ибраһимов, Д.Ғ.Шәйбәков).

Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика