СЫРТЛАНОВА Эльза Рәйеф ҡыҙы (23.1.1969, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1992). 1993 й. алып Өфөнөң 13‑сө дауаханаһында эшләй: 1998 й. — бүлек мөдире, 2001 й. башлап терапия б‑са баш врач урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1994—98 йй. БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре гипертония ауырыуын, йөрәктең ишемия ауырыуын, метаболик синдромды һ.б. диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, этиологияһын, патогенезын, клиникаһын өйрәнеүгә; тергеҙеү мед. һәм курортология һорауҙарына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

   Хеҙм.: Кардиомиопатии. Уфа, 1999 (авторҙ.); Гуморальная регуляция и эндотелиальная дисфункция при метаболическом синдроме. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика