СЫРОВ Харлампий Павлович (10.2.1911, Һарытау губ. Бәләкәй Озерки а. — 15.12.1972, Ишембай ҡ.), геолог‑нефтсе. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Әзербайжан индустрия ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1934) “Башнефть” тресының Ишембай нефть промыслаһы геологы, өлкән геологы, баш геологы, 1940 й. алып Башҡ‑н нефть комб‑тының баш геологы урынбаҫары, баш геологы, 1941 й. — СССР Нефть сәнәғәте ХК‑ның баш геологы, 1942—50 йй. һәм 1952—59 йй. “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығының ғилми‑тикшеренеү һәм етештереү эштәре цехында баш геолог урынбаҫары, 1960—69 йй. өлкән геолог, 1950—52 йй. “Башнефть” берекмәһенең, 1959—60 йй. “Алькеевнефть” нефть промыслаһы идаралығының баш геологы. С. тарафынан риф массивтарының геол. төҙөлөшө моделе һәм уларға тура килгән нефть ятҡылыҡтарын разведкалау методикаһы эшләнгән. Ленин (1952), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика