СЫҢҒЫРАУЫҠ МӘМЕРЙӘҺЕ. Бөрйән р‑ны Кейекбай а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 4,9 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы девондың эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле юлдарҙың һәм коридорҙарҙың горизонталь‑ауыш системаһынан тора. Оҙонлоғо 3218,0 м, майҙаны 8,7 мең м2, күләме 37,5 мең м3, тәрәнлеге 90,0 м. Мәмерйәнең 2 инеү урыны бар. Төп инеү урыны (киңлеге 0,5 м, бейеклеге 1,0 м) Ағиҙел й. кимәленән 110 м бейеклектә битләүҙең башында ята; шахтаға өҙөлөп төшә (тәрәнлеге 78 м). Шахта төбөндә коридор һәм юлдарҙан лабиринт башлана, улар киҫешкән урында залдар — Аҫылма таштар, Юл сатында (оҙонлоғо 16 м, киңлеге 14 м, бейеклеге 12 м), Ерән (15, 9, 12), Юбилей (16, 12, 16) һәм ҡыуыштар барлыҡҡа килгән. Төп инеү урынынан көньяҡҡа табан 80 м алыҫлыҡта икенсе инеү урыны (Айыу ҡоҙоғо) ята. Тәрәнлектәре 20, 12, 15 һәм 6 м булған боҙло ҡоҙоҡтар каскады мәмерйә системаһын берләштергән Киев юлына илтә, ул Оло Зал (оҙонлоғо 54 м, киңлеге 18 м, бейеклеге 10 м) м‑н тамамлана, унда Виктория кальцит шарлауығы, конус һәм көпшә формаһындағы сталактиттар, сталагмиттар, гелектиттар бар. Мәмерйәнең көнсығыш өлөшөндә балсыҡлы сталагмиттар булған Ит турағыс залы (оҙонлоғо 50 м, киңлеге һәм бейеклеге 12 м) урынлашҡан. Мәмерйәнең иҙәне һәм түбәһе һарҡымдар м‑н ҡапланған. Төп инеү урынынан төньяҡҡа табан Телсәрҙәр күле (оҙонлоғо 12 м, киңлеге 3 м, тәрәнлеге 4 м) ята. Һауа т‑раһы йәй көнө 6°С тиклем, ҡыш көнө 5°С тиклем. Мәмерйәлә ярғанаттар йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Сыңғырауыҡ мәмерйәһе. План

Яндекс.Метрика