СЫЗРАНКИН Фёдор Николаевич (15.5.1886, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет заводы ҡсб, хәҙ. Белорет ҡ., – 11.5.1978, Мәскәү), иҡтисадсы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Профсоюздар хәрәкәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1929). 1912 й. алып Белорет металлургия з‑дында форма яһаусы, 1919 й. – Белорет ҡала башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 1921 й. башлап Һамар т. юл ст. эргәһендәге Баш бүлеү базаһы начальнигы. 1923 й. Башҡ‑н профсоюздары өлкә ком‑тында (Өфө), 1925 й. алып Бөтә Рәсәй эшсе‑металсылар союзында (Свердловск ҡ.) эшләй. 1930 й. алып “Сельмаш” тресы идарасыһы урынбаҫары, 1934–70 йй. Ауыр машиналар эшләү үҙәк ҒТИ‑ның ҡойоу цехы начальнигы (икеһе лә – Мәскәү). С. ҡатнашлығында ҡойоп эшләнгән һуғыш припастары етештереү технологияһы эшләнгән, ныҡлығы юғары суйын алыу ысулы үҙләштерелгән. Сталин пр. (1943), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1967) лауреаты. Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1956), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

Яндекс.Метрика