СФАЛЕРИТ (гр. sphaleros — ялған), ялған цинк, сульфидтар класы минералы, ZnS. Составына тимер (26% тиклем), марганец, кадмий, галлий, индий, көмөштөң һ.б. изоморф ҡушылмалары инә. Тимерҙең күләме б‑са юғары (марматит), түбән (клейофан) һ.б. төрҙәрен айыралар. Кристалдары тетраэдр, додекаэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, бөрө һымаҡ, тупраҡлы, колломорф һ.б. Төҫө ярым үтә күренеүсәндән һороға һәм ҡараға тиклем, йәшкелт һары, ҡыҙыл һ.б.; алмас кеүек ялтыр, ярым металл, металл. Ҡатылығы 3,5—4,0, тығыҙлығы 3900—4100 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Галенит, пирит, халькопирит м‑н гидротермаль, колчедан һәм ултырма ятҡылыҡтарҙа барлыҡҡа килә. С. — төп цинк мәғдәне. БР‑ҙа С. мәғдәненең төп запастары Башҡортостандың Урал аръяғының баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарында тупланған. С. — Магнитогорск мегасинклинорийының палеозой йәшелташ ҡатламындағы алтын мәғдәне ятҡылығының (Муртыҡты һ.б.) һәм Башҡорт мегантиклинорийының рифей ултырма ҡатламындағы полиметалл ятҡылығының мәғдән минералдарының береһе (Белорет р‑нында Үрге Арша, Бөрйән р‑нында Ҡужа). Башҡортостандың Урал алдының пермь терриген‑карбонат ҡатламдарында нәҙек кристалдар рәүешендә табылған.

В.Н.Никонов

Тәрж.Э.М. Юлбарисов 

 

Яндекс.Метрика