СУХОВ Владимир Павлович (11.2.1934, Мәскәү өлк. Электросталь ҡсб), геолог, педагог‑методист. Геол.‑минералогия ф. канд. (1969), пед. ф. д‑ры (2005). БАССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1992), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1957) Красноярск геол. идаралығында эшләй: 1958 й. алып инженер‑геолог, 1959 й. — геол. төшөрөү экспедицияһының эҙләнеү отряды начальнигы. 1961—63 йй. Башҡ‑н терр. геол. идаралығының Көнбайыш Башҡ‑н комплекслы геол. экспедицияһында геол. төшөрөү партияһы нач., өлкән геологы; 1966 й. башлап Геология ин‑тында, 1974 й. — БДПУ‑ла (1990—2000 йй. иҡт. география каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостандың Урал алды кайнозойының палеогеографияһына, география уҡытыу методикаһына арналған. С. тарафынан дөйөм белем биреү мәктәптәренең урта кластарында үҫтереүсе уҡытыу методикаһы эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн география дәреслектәре, авторы.

Хеҙм.: Физическая география СССР: учеб. для 8‑го кл. М., 1991; География Башкортостана: учеб. для 9‑го кл. Уфа, 2000 (авторҙ.); Системно‑деятельностный подход в развивающем обучении школьников. Уфа, 2004.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика