СУХАНКИН Елеферий Исаакович (16.10.1886, Грозный өлк. Старогладковская станицаһы – 27.7.1968, Өфө), химик. Геол.‑минералогия ф. канд. (1947). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Томск технология ин‑тын тамамлаған (1916). 1922–23 йй. һәм 1926 й. башлап “Грознефть” тресында эшләй: үҙәк промысла лаб. химигы, газ б‑са инженер. 1935 й. алып “Башнефть” тресының Ишембай нефть промыслаһында газ б‑са инженер, 1939–64 йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑ның газ һәм нефть лаб. етәксеһе. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы м‑н бәйле. Уның етәкс. респ. ятҡылыҡтарҙың, ш. иҫ. Туймазы нефть ятҡылығының, ҡатлау нефттәренә тикшеренеүҙәр үткәрелгән. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сталин пр. лауреаты (1952). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1951), “Почёт Билдәһе” (1948) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Яндекс.Метрика