СУФИЯНОВ Әһлиулла Ғибәт улы [15.3.1927, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Исламғол а. (БР-ҙың Миәкә р-ны) – 6.2.2009, Мәләүез ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1961). 1941–47 һәм 1968–81 йй. Миәкә р-нының “Урал” к-зында эшләй. 1951 й. алып Инструменттар з-дында балта оҫтаһы (Фрунзе ҡ.), 1952 й. башлап Зырянов ҡурғаш комб-тында забойсы, 1957 й. – ҡаҙып үтеүсе (Ҡаҙаҡ ССР‑ы), 1964 й. алып Дала экспедицияһында (Ҡарағанда ҡ.), 1965 й. башлап Учкошкон эҙләү-разведка партияһы бригадиры (Ҡырғыҙ ССР-ы). С. бригадаһы 1959–62 йй. эшләү нормаһын 107%-ҡа үтәгән. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1961).

Тәрж.  Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика