СУСАҠТАУ, ҡалдыҡ тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Әлшәй р‑ны Ҡыпсаҡ‑Асҡар а. төньяҡҡа табан 5 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 269 м. Конус формаһында; өҫкө өлөшөнөң битләүҙәре текә, аҫҡы өлөшөндә һөҙәк. Ҡазан ярусы алевролиттарынан, ҡомташтарынан, аргиллиттарынан, мергелдәренән, эзбизташтарынан һәм конгломераттарынан тора. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан, битләүҙәрендә ҡомташлы һәм петрофит дала участкаларынан ғибәрәт. Тау флораһына 100‑ҙән ашыу төр инә. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре: Гельм астрагалы, ике башаҡлы эфедра, ҡая астрагалы, һылыу ҡылған, энәле ҡәнәфер һ.б. осрай.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. И.М.Япаров

Илл.: Сусаҡтау

Яндекс.Метрика