СУРКОВ Владимир Анатольевич (21.12.1964, Өфө), кардиохирург. Мед. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. табибы (2011), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Стәрлетамаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында, 1989 й. алып Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында эшләй. 2001 й. башлап Респ. кардиология диспансерында (2006 й. — бүлек мөдире), бер үк ваҡытта БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге йөрәктең ишемия ауырыуын, аневризманы һәм йөрәк етешһеҙлектәрен (ш. иҫ. яңы тыуған балаларҙа), йөрәк клапандарын биопротезлау һ.б. хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. С. ҡатнашлығында йөрәк етешһеҙлектәре м‑н тыумыштан һәм тормошта барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙың үпкә гипертензияһын, операциянан һуңғы эренле-септик өҙлөгөүҙәрҙе, йөрәк клапандарын, артерияларҙың материаль эмболияһын протезлауҙа тромбоэндокардитты иҫкәртеү һ.б. дауалау ысулдары эшләнгән; 2013 й. (респ. тәүге тапҡыр) йөрәкте күсереп ултыртыу б‑са операциялар яһала. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Профилактика осложнений в хирургии пороков митрального клапана. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика