СОРАН ФЛЮОРИТ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Белорет р‑нында Инйәр й. һул ярында урынлашҡан. 1980 й. Н.Н.Ларинов тарафынан асыла, эҙләнеү һәм разведка 1987—98 йй. үткәрелә. Башҡорт мегантиклинорийында ята. Генезисы б‑са түбән т‑ралы гидротермаль-метасоматик типҡа ҡарай. Плавик шпаты мәғдәнләнеү Соран төбәк һынылышы зонаһында аҫҡы рифейҙың ныҡ үҙгәргән доломиттары һәм углерод‑балсыҡлы һәүерташтары, алевролиттары контактына тура килә. Мәғдәндәрҙең минераль составы: флюорит, селлаит, кальцит, кварц; халькопирит, пирит осрай. Плавик шпаты миҡдары булған 4 мәғдән есеме айырыла, дөйөм оҙонлоғо 1500 м, уртаса ҡалынлығы 8 м. Мәғдән есемдәре текә ауышлы, ҡатмарлы төҙөлөш хас (мәғдәндәрҙең массив юлаҡлы һәм юлаҡлы‑бөрсөклө типтарының сиратлашыуы). Ҙур юлаҡтары составына оптик сеймал булараҡ ҡулланылыуға яраҡлы флюориттың таҙа, бер аҙ буялған һәм төҫһөҙ төрҙәре инә. Мәғдәндәр байыҡтырыуға еңел бирелә, көкөрт һәм фосфор миҡдары аҙ булыуы м‑н айырылып тора. 2002 й. РФ‑тың Файҙалы ҡаҙылмалар запастары б‑са дәүләт комиссияһы тарафынан даими кондициялар (кальций фторидының уртаса күләме 44,15%, борттағыһы — 10%) һәм асыҡ ысул м‑н үҙләштереүҙең геол.- иҡт. күрһәткестәре раҫлана. Запастарҙы баһалау тәрәнлеге 300 м. С2 категориялы мәғдән запастары 2002 мең т тәшкил итә, кальций фторидының уртаса күләме 37,96% булғанда флюориттыҡы — 760 мең т (1997). 2003— 06 йй. “Башгеолцентр” ДУП‑ы (Өфө) С.ф.я. көньяҡ сигендәге Павлов һәм Көньяк Соран участкаларында эҙләнеү эштәре башҡара, Р1 категориялы плавик шпатының күҙаллау ресурстары үҫеше — 2,2 млн т, Р2 категориялыныҡы 3,1 млн т етә. С.ф.я. тәж. рәүешендә үҙләштереү 1996—2001 йй. үткәрелә, 2006 й. ятҡылыҡ резервҡа күсерелә.

Л.М.Черкасов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Яндекс.Метрика