АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН ҮРСЕТЕҮ, зоотехния бүлеге; а.х. малдарын үрсетеү, уларҙың нәҫел сифаттарын яҡшыртыу, хайуандарҙың яңы тоҡомдарын, типтарын һәм линияларын сығарыу һәм булғандарын камиллаштырыу; ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу эшмәкәрлеге. Малсылыҡта тоҡомсолоҡ эшенең теоретик һәм практик алымдарын, хайуандарҙың биологияһы, ауыл хужалығы малдарын аҫрау шарттары һәм популяция генетикаһы законлыҡтары нигеҙендә тоҡом эволюцияһы м‑н идара итеү ысулдарын эшләй; онтогенез, йәш мал үҫтереү мәсьәләләрен, ауыл хужалығы малдарының продуктлылығы нигеҙҙәрен өйрәнә. А.х.м.ү. ысулдары: саф тоҡомло (линиялар, ғаиләләр б‑са, инбридинг), ҡасырыу (яңыртыу, йотоулы, сәнәғәт, алмаш, башлап) һәм ентекләп һайлап алынған нәҫел парҙарын гибридлаштырыу. А.х.м.ү. анатомия, генетика, селекция, физиология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда бестужев тоҡомло, голштин‑фриз, аҡ башлы ҡаҙаҡ тоҡомло, ҡара‑сыбар тоҡомло, лимузин, симменталь тоҡомло һ.б. һыйыр малы (ҡара: Малсылыҡ); дюрок, ландрас, эре аҡ тоҡомло, эре ҡара тоҡомло сусҡалар; башҡорт аты, орлов юртаҡ тоҡомло, саф менге аттары, урыҫ юртаҡ тоҡомло, урыҫ йөк тоҡомло йылҡы (ҡара: Йылҡысылыҡ); прекос һәм совет мериносы тоҡомло һарыҡтар (ҡара: Һарыҡсылыҡ); аҡ урал, венгр, горький, итальян, ланд, рейн тоҡомло ҡаҙҙар; төҫлө башҡорт, мисек, пекин тоҡомло өйрәктәр; Хайсекс, Ломан белый, Родонит, Смена 7, Росс 308, Конкурент 2, PureLine, Кобб Авиан 48 кросы тауыҡтары үрсетелә. Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә “Башкирский” тоҡомо тибындағы бал ҡорттарын сығарыу методикаһы эшләнгән. Респ. А.х.м.ү. теоретик һәм практик нигеҙҙәрен үҫтереүгә А.В.Близнецов, П.Д.Буслаев, Р.С.Ғиззәтуллин, А.К.Ермолаев, Ф.Ә.Исламов, С.Ғ.Исламова, Ә.М.Ишемғолов, Н.Г.Кутлин, М.Ә.Лоҡманов, В.С.Мурсалимов, А.А.Немцов, И.А.Сайгин, Х.Р.Солтанаев, Т.Ф.Сәйетбатталов, Н.Г.Фенченко һ.б. ҙур өлөш индерә.

С.Ғ.Исламова

Тәрж. М.Н.Моратшина