СОЛТАНОВ Хәтмулла Аҫылгәрәй улы [20.7.1924, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Көпәй-Ҡобау а. (БР-ҙың Бүздәк р-ны) – 4.3.1994, Ҡандра ҡсб (Туймазы ҡ.)], Дан орд. тулы кавалеры, Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. ғин. башлап Үҙәк, Белоруссия һәм 1-се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Дан орд. м-н С. 1945 й. 15 ғин. Грабна-Воля (Польша), 2 мартында Ратшток һәм 14 апр. Альт-Тухебанд (икеһе лә – Германия) эргәһендәге һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнгән. 1946 й. демобилизациялана. 1948 й. алып Туймазы быраулау эштәре идаралығында (Ҡандра) эшләй: быраулау эшсеһе, 1949 й. – быраулаусы ярҙамсыһы, 1950 й. башлап быраулаусы, 1970–89 йй. быраулау мастеры. Дәүләкән, Михайловка, Добровольный нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 8-се биш йыллыҡ план йылдарында С. бригадаһы 63,4 мең һум аҡса экономиялай, өҫтәмә рәүештә 12 мең м тау тоҡомдары быраулай. СССР ЮС-ының  9–11-се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1976), 1-се (1985), 2-се дәрәжә (1945) Ватан һуғышы, “Почёт Билдәһе” (1966), 1-се (1946), 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945 й. ғин. һәм апр.) орд. м-н бүләкләнгән. С. исемен Ҡандрала, Туймазыла урамдар, Көпәй-Ҡобауҙа мәктәп йөрөтә, Бүздәк р-нының Бүздәк а., Туймазыла һәйкәлдәр һәм тыуған ауылында бюст ҡуйылған.

Тәрж.  Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика