СОЛТАНҒӘЛИЕВ Фәрит Хәйҙәрғәли улы [20.12.1920, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡырмыҫҡалы а. (БР- ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 7.8.1990, Нефтекама ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.Х.Солтанғәлиевтең ҡустыһы. ӨНИ‑не тамамлаған (1951). 1939— 41 йй. һәм 1952—85 йй. “Башнефть” ПБ‑нда эшләгән: “Ишимбайнефть” тресының 1‑се быраулау контораһы технигы, 1952 й. алып өлкән инженер, 1955 й. — участка нач., 1957 й. — баш инженер, 1964 й. — “Туймаза‑ бурнефть” тресының4‑се быраулау контораһы дир., 1970 й. башлап Нефтекама быраулау эштәре идаралығы начальнигы. С. етәкс. Арлан нефть ятҡылығын үҙләштергәндә быраулау ҡулайламаһын пневмойөрөткөстәрҙә күсереп йөрөтөү ысулы эшләнгән һәм нефть ятҡылыҡтарын күп скважиналы төркөмдәр м‑н быраулау ысулы индерелгән. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.М.Ризуанов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика