СӨЛӘЙМӘНОВ Фәтих Ҡәйүм улы (25.7.1924, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Арыҫланбәк а., хәҙ. БР-ҙың Туймазы р-ны – 14.5.1997, Белорет ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1939 й. башлап Иҫке Арыҫланбәк почта бүлексәһендә эшләй. 1942 й. алып Белорет металлургия комб-тында сым һуҙыусы, 1977–79 йй. участка мастеры. С. ҡатнашлығында цинкланған сым әҙерләү технологияһы индерелә. СССР ЮС-ының 9-сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1958, 1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м-н бүләкләнгән. С. уҡыған 25-се Белорет профессиональ лицейы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 

Тәрж.  Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика