СӨЛӘЙМӘНОВ Рим Солтан улы (3.1.1949, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Яңы Ҡарамалы а.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1993). РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1992), БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1998), СССР‑ҙың газ сәнәғәте (1984) һәм РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) “Игрим‑ газ” газ промыслаһы идаралығы операторы, өлкән инженер (Төмән ҡ.), 1973 й. алып “Надымгазпром” берекмәһенең газ промыслаһы идаралығында өлкән инженер, бүлек нач., баш инженер; 1979 й. алып “Газпром добыча Уренгой” ЯСЙ дир. урынбаҫары, 1982 й. — баш инж., 1986— 2012 йй. ген. директор. Фәнни- производство эшмәкәрлеге Көнбайыш Себерҙең нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйле. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. СССР Дәүләт (1987), Ленин комсомолы пр. (1981) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1999), Дуҫлыҡ (1996) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика