СУЗДАЛЬЦЕВ Александр Иванович [12.10.1937, БАССР-ҙың Красноусол р‑ны ш. уҡ исемле ҡсб (БР-ҙың Ғафури р-ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1977). 1956–58 йй., 1961 й. алып һәм 1980–98 йй. “Октябрьскнефть”, 1964–80 йй. “Нижневартовскнефть” НГДУ-һында нефть һәм газ сығарыу б-са оператор. Башҡортостандың (Ильин, Кәлшәле, Серафимовка һ.б.) һәм Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. Ленин (1977), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1974) орд. м-н бүләкләнгән.

Тәрж.  Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика