СУДНОЛАР РЕМОНТЛАУ-ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан. Составына механика (1932 й. нигеҙ  һалына), ағас эшкәртеү (1934), корпуслы (1971), энергомеханика, урман цехы (икеһе лә – 1985), судно ҡорамалдарын ремонтлау (1998) цехтары, слип (1960) һ.б. инә. 2009 й. 192 кеше эшләгән; 64587 мең һумлыҡ эш башҡарылған. 1918 й. Старицкий ҡултығының национализацияланған судно ремонтлау оҫтаханалары базаһында дәүләт судно ремонтлау оҫтаханалары булараҡ Өфө р-н һыу транспорты идаралығы составында нигеҙ һалына (ҡара: Ағиҙел йылға пароходсылығы). 1923–2005 йй. Окт. Революцияһы ис. йөрөтә. 1932 й. алып Суднолар ремонтлау заводы, 1958 й. башлап Ремонт-эксплуатация базаһы, 1995 й. хәҙ. исемен ала, 1999 й. алып ЯСЙ, “Ағиҙел йылғапароходсылығы” ААЙ-ның бүлендек пр-тиеһы, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Пр-тиела судноларҙың класын күтәреүгә мөмкинлек биреүсе (“йылға-диңгеҙ” тибына тиклем) судно корпусын модернизациялау һәм йөк судноларының йөк күтәреүсәнлеген 20%-ҡа арттырыу технологиялары индерелә.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика