СУД МЕДИЦИНАҺЫ, тәфтиш һәм суд практикаһында барлыҡҡа килгән мед. һәм биол. мәсьәләләрен өйрәнгән медицина бүлеге. С.м. бурыстары: хоҡуҡ һаҡлау органдарына эштең (енәйәти, гражданлыҡ, административ хоҡуҡ боҙоу) хәл‑шарттарын асыҡлауҙа булышлыҡ итеү; һаулыҡ һаҡлауҙы камиллаштырыу (сирләүҙәрҙе һәм үлем осрағын кәметеү, халыҡҡа мед. ярҙамын яҡшыртыу мәсьәләләрен хәл итеү, мед. ярҙамы күрһәтеү етешһеҙлектәренең сәбәптәрен асыҡлау һәм өйрәнеү) һ.б. С.м. бүлектәре: суд‑мед. танатологияһы, травматология; токсикология,акушерлыҡ һәм гинекология; биол. сығышлы матди дәлилдәрҙе тикшереү ысулдарын эшләү; шәхесте һәм енәйәт ҡоралын идентификациялау; эш материалдары б‑са экспертиза (ш. иҫ. суд‑медицина экспертизаһы) үткәреү һ.б. Башҡортостанда С.м. проблемаларын өйрәнеү 1937 й. В.Г.Кузнецов тарафынан БДМИ‑ла профилле каф. асылғандан һуң башлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә эвакуацияланған 1‑се Мәскәү мед. ин‑ты ғалимдары йәҙрә м‑н яраланыуҙан һуң барлыҡҡа килгән йәрәхәттәргә, тән ағзаларын аңлы рәүештә зәғифләүгә һ.б. экспертизалар үткәрә. БДМУ‑ла 60—80‑се йй. С.м. ҡарашынан сығып, суд‑мед. токсикологияһы мәсьәләләре, йәште билдәләү, шәхесте идентификациялау, яһалма рәүештә барлыҡҡа килтерелгән хирургик ауырыуҙарҙы асыҡлаумәсьәләләре өйрәнелә (А.И.Вишев, Р.Ю.Мөхәмәтов);төрлө этиологиялы рыялы һәм яһалма ауырыуҙарҙың клиник‑морфол. үҙенсәлектәре һәм суд‑мед. диагностикаһы ысулдары, тән ағзаларын аңлы рәүештә зәғифләүҙә ғәйепләнгән кешеләргә суд‑мед. экспертизаһы (А.М.Гәрәев), йөрәк һәм ҡан тамыры ауырыуҙары (М.Е.Быков, Е.А.Гәрәева, Р.А.Иҙиәтуллин, В.А.Сундуков, В.Г.Ханов), тән ағзалары һыныу (А.И.Имаев, Р.Б.Чернова)арҡаһында ҡапыл үлеү осраҡтарының билдәләре, этил спирты, этиленгликоль, сулема м‑н ағыуланғанда морфол. үҙенсәлектәр өйрәнелә (Л.В.Буевич).

А.М.Гәрәев, Е.А.Гәрәева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика