АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН БОНИТИРОВКАЛАУ, тоҡом малдарын тоҡомлолоғо, сығышы, продуктлылығы, үҫеше, конституцияһы, кәүҙә төҙөлөшө һәм тоҡом сифаты б‑са комплекслы баһалау. Бонитировкалағанда малдарҙың күрһәткестәре балдарҙа баһалана, уларҙың дөйөм суммаһы б‑са класы (элита‑рекорд, элита, 1-се класс, 2-се класс) билдәләнә. Һыйыр малын бонитировкалау 3 этапта үткәрелә: әҙерлек, төп, һуңғы. Һыйырҙарҙың элита‑рекорд класы балдар суммаһы 80‑дән юғары, элита класы — 70—79, 1‑се класс — 60—69, 2‑се класс — 50—59, 50 балдан кәмерәк — класһыҙ малдар. Һыйырҙарҙың һөт продуктлылығы һөт төшөү осорондағы һауым, һөттә май һәм аҡһым миҡдары б‑са баһалана. 1‑се класс стандарттарынан артҡанда малдарға категория бирелә: А — һауым б‑са, Б — һөттөң ҡуйылығы б‑са. Нәҙек йөнлө һәм ярым нәҙек йөнлө һарыҡтарҙы тауар көтөүҙәрендә бонитировкалағанда — төп баһалау, нәҫел көтөүҙәрендә малдарҙы төп һәм 2 өҫтәлмә баһалау үткәрелә. Һарыҡтарға төп бонитировкалау класс б‑са (ярашлы йәштәге бөтә малдарҙың) һәм индивидуаль баһалана. Нәҙек йөнлө һарыҡтарҙың продуктлылығы — йөндөң күләме һәм сифаты б‑са, сусҡаларҙыҡы инә сусҡаларҙың тоҡомлолоғо һәм һөтлөлөгө б‑са баһалана. Йылҡының һыбай йөрөү һәм юртаҡ тоҡомдарының эшкә һәләтлелеге — билдәле дистанцияла йылдамлығы б‑са, ауыр йөк аттары — макс. йөк тартыуы һәм йөк м‑н хәрәкәт итеү тиҙлеге б‑са, һөт тоҡомдарының продуктлылығы һөт төшөү осоронда һауым б‑са баһалана. Ҡошсолоҡта йомортҡа биреүсе тоҡом ҡоштары — йомортҡа һалыуы һәм йомортҡаның ауырлығы, ит тоҡомдары тиҙ өлгөрә алыуы һәм тере ауырлығы б‑са баһалана. А.х.м.б. һөҙөмтәләре б‑са һәр бер малдың тоҡом ҡиммәте һәм тәғәйенләнеше билдәләнә. Нәҫел көтөүҙәрендә тоҡом ядроһы һәм төркөмдәре айырыла: нәҫел малы, нәҫел яңыртыу өсөн аҫралған йәш мал, тоҡомға һатыу өсөн йәш мал, ранжировкаға һәм бракка сығарылырға тейеш мал; ш. уҡ малдың тоҡом сифаттарын яҡшыртыу б‑са саралар системаһы эшләнә һәм тоҡом китабына яҙыу өсөн иң яҡшы малдар айырып алына. Башҡортостанда нәҫел көтөүҙәрендә А.х.м.б. 1924 й. алып үткәрелә. А.х. министрлығы системаһы хужалыҡтарында 2010 й. һыйыр малының 98,8% бонитировкаланған. Тоҡом хужалыҡтарында һыйыр малы тоҡомдары араһында ҡара-сыбар тоҡомло (элита-рекорд һәм элита — 59%, 1-се класс — 28,4%) һәм симменталь тоҡомло (21,6% һәм 45,9%) мал иң юғары класлылыҡҡа эйә. Тоҡом аттары дөйөм һанының 52%‑ын — элита класы, 35,8%‑ын — 1‑се класс; һарыҡтарҙың элита класы — 65% һәм 1‑се класы 19% тәшкил итә. А.х.м.б. “Башҡортостан” ААЙ, Аграр университет, Ауыл хужалығы институты тормошҡа ашыра.

Әҙәб.: Племенное животноводство в Башкирии. Уфа, 1983; Важенин В.Н., Лазаренко В.Н., Фенченко Н.Г. Молочный скот Урала и методы его совершенствования. Уфа, 2004.

М.Ш.Рамаҙанов, Ғ.Ғәхәүев, Н.Г.Фенченко

Тәрж. Г.А.Миһранова