СУВОРОВ Геннадий Семёнович (19.11. 1927, Мәскәү губ. Нелидов ҡсб — 15.9.1996, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. урман сәнәғәте хеҙм‑ре (1984). Львов урман‑техник ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Өфө фанер комб‑тында эшләй: мастер, 1954 й. алып производство нач., 1959 й. — баш инженер, 1965—88 йй. директор. С. етәкс. пр‑тиены реконструкциялау үткәрелә, ағас‑юнысҡы плитаһы цехы файҙаланыуға тапшырыла, фанер етештереүҙең яңы технологияһы индерелә, экспорт продукцияһын сығарыу күләме арттырыла, комб‑ттың соц.-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттары төҙөлә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдә .е” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика