СУБСИДИЯ (лат. Subsidium — ярҙам, булышлыҡ), дәүләт тарафынан юридик һәм физик шәхестәргә, урындағы үҙидара органдарына маҡсатлы сығымдарҙы өлөшләтә финанслау шарттарында аҡсалата йәки натуралата бирелә торған пособие. Тура (дәүләт йәки урындағы бюджеттарҙан, ш. уҡ махсус фондтарҙан милли иҡтисадтың перспектив тармаҡтарын, ауыл хужалығын, торлаҡ‑коммуналь хужалыҡты һ.б. соц. мөһим тармаҡтарҙы үҫтереүгә, граждандарҙың айырым категорияларына соц. ярҙам рәүешендә бирелә) һәм ситләтелгән (һалым һалғанда һәм пр‑тиеларға кредит биргәндә ташламалар, тиҙләтелгән төп фондтарҙың амортизацияланыуы һ.б.) С. айырыла. 2009 й. БР бюджетынан бүленгән С. 18452,6 млн һум, йәки дөйөм бюджет сығымдарының 19,2%‑ын тәшкил итә, шуларҙан муниц. район һәм ҡала округтары бюджеттарына 10837,3 млн һум (ҡара: табл.), ш. иҫ. федераль бюджеттан 6652,6 млн һум; юридик шәхестәргә һәм коммерциялашмаған ойошмаларға 7615,3 млн һум бүленә.

И.З.Арменьшин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Башҡортостан Республикаһы бюджетынан

субсидиялар (2009)

Муниципаль ойошмалар

Субсидиялар, мең һум

Дөйөм күләмдәге өлөшө, %

Өфө

4038 146,7

37,3

Стәрлетамаҡ ҡ.

851 966,0

7,9

Туймазы районы

422 954,2

3,9

Салауат ҡ.

407 403,4

3,8

Нефтекама ҡ.

354 790,7

3,3

Мәләүез районы

352 770,5

3,2

Ишембай районы

275 976,7

2,5

Сибай ҡ.

275 638,8

2,5

Благовещен районы

211 829,9

1,9

Октябрьский районы

204 679,5

1,9

Белорет районы

159 948,9

1,5

Ейәнсура районы

154 177,6

1,4

Башҡа муниципаль ойошмалар

3127 041,3

28,9

Бөтәһе

10837 324,2

100,0

Яндекс.Метрика