СУБВЕНЦИЯ (лат. Subvenire — ярҙамға килеү), РФ йәки муниц. мәғариф субъектының дәүләт вәкиллеге тарафынан уларға тапшырылған сығым йөкләмәләрен финанс м‑н тәьмин итеү өсөн түбән кимәлле бюджетҡа түләүһеҙ нигеҙҙә бирелгән аҡса (бюджет‑ара трансферт). С. РФ субъекттары бюджетына торлаҡ-коммуналь хеҙмәтен түләүгә, граждандарҙың айырым категорияларын дарыуҙар һәм мед. кәрәк-ярағы м‑н, Б.В. һуғышында ҡатнашыусыларҙы, инвалидтарҙы, һәләк булғандарҙың йәки вафат булған инвалидтарҙың ғаиләләрен, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы һәм инвалидтарҙы, инвалид балалары булған ғаиләләрҙе торлаҡ м‑н тәьмин итеүгә; халыҡтың мәшғүллеген булдырыу өсөн һ.б. маҡсаттарҙа бирелә. С. муниц. бюджеттарға бушлай дөйөм белем алыуға, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәткә түләү өсөн субсидиялар, опекалағы балаларға пособиелар алыуға; етем һәм ата‑әсәһе ҡарауынан яҙған балаларҙы, күп балалы ғаиләләрҙе соц. яҡлауға бирелә. 2009 й. федераль бюджеттан БР бюджетына 6,2 млрд һум, БР бюджетынан муниц. берекмәләр бюджетына 14,5 млрд һум (ҡара: табл.), ш. иҫ. урындағы үҙидара органдарының дәүләт тапшырған вәкәләттәрҙе үтәүен финанс м‑н тәьмин итеүгә 13,6 млрд һум; федераль закон акттарын эшләтеүгә 0,9 млрд һум аҡса бүленә.

И.З.Арменьшин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Башҡортостан Республикаһы бюджетынан

субвенция (2009)

Муниципаль ойошмалар

Субвенциялар, мең һум

Дөйөм күләмдәге өлөшө, %

Өфө

2346 242,5

16,2

Стәрлетамаҡ ҡ.

611 367,7

4,2

Белорет районы

471 769,3

3,3

Туймазы районы

454 535,1

3,1

Ишембай районы

392 940,8

2,7

Бәләбәй районы

360 346,7

2,5

Нефтекама ҡ.

337 114,9

2,3

Баймаҡ районы

336 562,7

2,3

Салауат ҡ.

331 931,8

2,3

Учалы районы

311 374,9

2,2

Мәләүез районы

301 425,9

2,1

Әбйәлил районы

265 015,8

1,8

Башҡа муниципаль ойошмалар

7964 749,4

55,0

Бөтәһе

14485 377,5

100,0

Яндекс.Метрика