СУБАЕВ Фәтих Йосоп улы [5.7.1911, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡыҫҡайылға а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 23.9. 1978, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың почётлы автотранспортсыһы (1970). Флюр Й.Субаевтың ағаһы. Совет‑финлянд (1939—40), Б.В., 1945 й. совет‑япон һуғыштарында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Бүздәк р‑нында эшләй: К.Е.Ворошилов ис. к‑зда, 1931—41 йй. МТС‑та водитель, тракторсы. 1946 й. алып БАССР ЭЭМ‑ының Холоҡ төҙәтеү‑хеҙмәт колонияһы идаралығында, 1950 й. башлап Галантерея тауарҙарын күмәртәләп һатыу баш идаралығында, 1955—71 йй. Башҡ. транспорт идаралығының 1222‑се автоколоннаһы водителе (бөтәһе лә — Өфө). Ете йыллыҡ план заданиеһын 130%‑ҡа үтәгән. БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Илл.: Фәтих Й. Субаев.

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.