СТУПНИКОВ Анатолий Петрович (21.9.1932, БАССР‑ҙың Благовещен__р‑ны Покровское а.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1949 й. алып 161‑се дәүләт союз з‑ды, 1958 й. — ӨПЭЗ‑дә, 1964 й. башлап “Нефтепроводмонтаж” тресының үҙәк ремонт- механика оҫтаханалары, 1988—92 йй. үткәргес торбалар төҙөү һәм эксплуатациялау б‑са Бөтә Рәсәй ҒТИ‑ның Көнсығыш филиалы слесары (бөтәһе лә — Өфө). С. ҡатнашлығында Уренгой—Помары—Ужгород магистраль газ торбалары төҙөлә. 1‑се дәрәжә (1986), 2‑се дәрәжә (1981) һәм 3‑сө дәрәжә (1975) Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика