“СТРОНЕГ”, ААЙ. Сәнәғәт, торлаҡ һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар; төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары төҙөлөшө; инвестициялар эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. Составына 18 бүлендек йәмғиәт, ш. иҫ. 2 шифахана‑профилакторийы, Кадрҙар әҙерләү үҙәге инә. 2009 й. 1325 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. Урал һәм Волга буйы райондарында нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары төҙөү б‑са Баш терр. идаралыҡ булараҡ 1984 й. ойошторола, составына “Башнефтепромстрой” (Нефтекама ҡ.), “Востокнефтестройматериалы”, “Туймазынефтестрой” (икеһе лә — Октябрьский), “Нефтегазстрой” (Отрадный ҡ.), “Оренбургнефтегазстрой”, “Шкаповнефтестрой” (Бәләбәй ҡ.) трестары, 15‑се трест (Пермь ҡ.), Нефтекама, Октябрьский, Ырымбур, Отрадный ҡҡ. йорттар төҙөү комб‑ттары инә; 1991 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. 1985— 2009 йй. “С.” тарафынан 2,2 млн м2 торлаҡ, 62 мәктәп, 85 мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн һәм 15 мед. учреждениеһы, 3 ПТУ, 26 мәҙәниәт һарайы, ш. уҡ “Автокомплект”, “Автонормаль”, “Башсельмаш”, “Блокжилкомплект”, “Эре панелле йорттар төҙөү”, “Низковольтник”, Туймазы автобетоновоздар заводы һ.б. сәнәғәт объекттары төҙөлгән; Бохара— Урал, “Дружба 1”, “Дружба 2” һ.б. үткәргес торбаларҙы төҙөүҙә ҡатнаша. Пр‑тие м‑н Ю.П.Баталин, А.К.Кортунов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

Яндекс.Метрика