СТРОКИН Юрий Васильевич (5.9.1949, Иркутск өлк. Артёмовский Прииск ҡсб), фармхимик. Фарм. ф. д‑ры (1989), проф. (1990). Запорожье мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй. 1984—95 йй. БДМИ‑ла (1991 й. тиклем фарм. химияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡуйыртылған азол сығарылмалары үҙенсәлеген һәм биол. активлығын өйрәнеүгә; ҡуйыртылған оксазоль, тиазоль, имидазоль, тиазин һәм пиримидин циклдары булған азол сығарылмаларын синтезлау ысулдарын эшләүгә; яңы дарыуҙар уйлап табыуға арналған. С. ҡатнашлығында ҡан тамырҙарын киңәйтеүсе, кардиотоник, аритмияға ҡаршы, бронхолитик, шешеүгә ҡаршы, иммунотроп һ.б. активлыҡ күрһәтеүсе биол. актив берләшмәләр синтезлана; биологик актив матдәләрҙең синтезында һәм аналитик реагент итеп ҡулланылған химик реактивтар эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.

Ф.Әәлиуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика