“СТРОЙКЕРАМИКА”, ААЙ. Керамик кирбес етештерә. Туймазы ҡ. урынлашҡан. Составына кирбес, мәғдән булмаған материалдар етештереү цехтары инә. “Ҡайынҡай” ял базаһы бар. 2009 й. 280 кеше эшләгән; 17,6 млн дана кирбес етештерелгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла. 1949 й. Түбәнкүл кирбес з-ды булараҡ ойошторола (миҙгелле; пресс, ағас киптергестәр һәм иҙәнгә ҡуйыла торған үртәү мейестәре була; 1958 й. кирбес етештереү б-са 3 өҙлөкһөҙ эшләүсе технологик линияһы була; проект ҡеүәте – йылына 57,5 млн дана), 1963 й. алып Туймазы стена материалдары з-ды, 1995 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. 2008 й. з-д 3,6 млрд ашыу дана кирбес,  500 м3керамзит етештерә.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика