АҪАУБАШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 913 кеше; 1920 — 1134; 1939 — 804; 1959 — 567; 1989 — 446; 2002 — 411; 2010 — 414 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Бәгәнәш-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Үрге Мәҫәле һәм Ҡарамалы (хәҙ. Сыуаш-Ҡарамалы а.) аа. кешеләре нигеҙ һала, 1795 й. (135 кеше теркәлгән) алып билдәле. Исеме гидронимдан алынған. Шулай уҡ Сементеев (күскенселәрҙең береһе Семён Сементей исеменән) исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 74 йортта 433 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов