СТРИГИН Владимир Александрович (15.4.1923, Өфө — 19.6.2013, шунда уҡ), иммунолог‑аллерголог. Мед. ф. д‑ры (1973), проф. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1980). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләгән: 1954 й. алып вирус инфекциялары, 1959 й. — эпидемиология бүлеге, 1965 й. — иммунология, 1969 й. — аллергия, 1983 й. башлап иммун‑аллергология лаб. мөдире, 1997—2007 йй. ҡан препараттары лаб. баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостанда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәктең һәм ку‑риккетсиоздың тәбиғи сығанаҡтарын асыҡлауға һәм тикшереүгә, аллергияға ҡаршы дарыуҙарҙың йоғонтоһон өйрәнеүгә арналған. С. ҡатнашлығында аллергик процесс м‑н күп векторлы идара итеү концепцияһы уйлап табыла, аллергияға ҡаршы иммуноглобулин, поллиноз һәм бәшмәк аллергияһын диагностикалау, дауалау өсөн 28‑гә яҡын препарат эшләп сығарыла һәм етештереүгә индерелә, тригистаглобулин, гистасеротоглобулин препараттары һ.б. эшләнә. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н аллергологтары йәмғиәте рәйесе (1971—96).

Х е ҙ м.: Неспецифические свойства препаратов иммуноглобулинов. М., 1979 (авторҙ.); Антиаллергические иммуноглобулиновые препараты. Уфа, 1997 (авторҙ.).

Н.А.Поспеева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика