СТРАХОВКАЛАУ, насар хәл килеп тыуған осраҡтарҙа страховкаланған шәхестәрҙең матди сығымдарын ҡаплау өсөн аҡса фондтары булдырыуға бәйле иҡт. эшмәкәрлек; һәр төрлө хәүеф эҙемтәләрен кәметеүҙең һөҙөмтәле ысулы. С. функциялары: милекселәр мәнфәғәттәрен яҡлау, иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итеү, йәмғиәттең соц. мәсьәләләрен хәл итеү һ.б. С. формалары: ирекле һәм мотлаҡ (алыҫ араға йөрөүсе пассажирҙар, хәрби хеҙм‑рҙәр һ.б. өсөн). Страховка фонды махсус ойошма тарафынан (страховкалаусы) физик һәм юридик шәхестәрҙең (страховкаланыусылар)  взностары иҫәбенә булдырыла. Мөлкәтте С. (йөктәрҙе, транспорт сараларының ҡайһы бер төрҙәрен, яуаплылыҡты С.) һәм шәхси С. (медицина страховкалауы, социаль страховкалау,йыйым С. һ.б.) айырыла. Рәсәйҙә С. 18 б. 80‑се йй. Дәүләт заём банкыһы төҙөлгәндән һуң үҫеш ала. Страховкалау эшмәкәрлеге “Рәсәй Федерацияһында страховка эшен ойоштороу тураһында” (1992) законына ярашлы көйләнә, 2002 й. алып С. үҫеш концепцияһы раҫлана. 2003 й. транспорт сараһы хужаһының автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау (ОСАГО) индерелә. Башҡортостанда страховка баҙары 20 б. 90‑сы йй. формалаша башлай. Респ. тәүгеләрҙән “Бастра”,“Восток”,“Росгосстрах‑Башкортостан”,“Социнвест”һәм “Эгида”страховкалау компаниялары ойошторола. 1992 й. БР‑ҙың Страховкалаусылар ассоциацияһы төҙөлә. 1994 й. – 32, 2009 й. – 4 (ҡара: табл.) төбәк страховкалау ойошмаһы, ш. иҫ. “РосгосстрахАккорд”эшләй. Респ. 2003 й. тиклем страховка взностарының 99%‑тан ашыуы, 2009 й. – 75%‑ы ирекле С. өлөшөнә тура килә. С. өлкәһендә белгестәр Финансиҡтисад колледжында әҙерләнә. Шулай уҡ ҡара: Актуар иҫәп‑хисап.

З.Ф.Шәрифйәнова 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Башҡортостан Республикаһында страховкалау эшмәкәрлегенең күрһәткестәре

 

2002

2004

2006

2008

2009

Страховкалау ойошмаларының һаны

10

6

8

6

4

Устав капиталы, млн һум

201,8

714,9

868,9

711,7

610,7

Төҙөлгән килешеүҙәр һаны,

ш. иҫ. ирекле страховкалау, мең берәмек

1398

1877

1542

1764

2430

1397

1369

996

1158

1812

Страховкалау взностары (страховка премияһы),

ш. иҫ. ирекле страховкалау килешеүҙәре, млн һум

1198,2

1980,0

2015,4

2750,

3152,5

1190,3

1229,0

1141,6

1238,7

1217,2

Страховка түләүҙәре,

ш. иҫ. ирекле страховкалау килешеүҙәре, млн һум

810,8

1183,8

1201,2

1598,9

2165,8

810,7

807,4

682,7

443,3

620,0

Төҙөлгән килешеүҙәр б‑са страховкалау сумма, млн һум

124820,4

280129,7

369628,0

439235

589351,1

Түләү коэффициенты, %

67,7

59,8

59,6

58,1

68,7

Устав капиталының 1 һумына капитал алыу

5,9

2,8

2,3

3,9

5,2

Һалымдан алда булған табыш/зыян, млн һум

117,0

-41,9

-69,8

116,1

37,4

Яндекс.Метрика