СТРАЖЕСКО Николай Дмитриевич (29.12.1876, Одесса ҡ. — 27.6.1952, Киев), терапевт. СССР ФА акад. (1943), СССР мед. ФА акад. (1944), Украина ССР‑ы ФА акад. (1934). Соц. Хеҙмәт геройы (1947). Украина ССР‑ның атҡ. фән эшмәкәре (1934). Киев ун‑тын тамамлағандан һуң (1899) шунда уҡ эшләй, 1901—04 йй. — Берлин, Мюнхен, Париж, С.‑Петербург ҡҡ. клиникаларында. 1907 й. алып Киев ҡатын‑ҡыҙҙар мед. курстарында, 1919 й. — Новороссийск ун‑тында (Одесса) уҡыта. 1922 й. башлап Киев мед. ин‑тында (1929 й. алып факультет терапияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1934 й. алып Украина ССР‑ы ФА Клиник физиол. ин‑тының бүлек мөдире. 1936—41 йй. һәм 1943 й. башлап үҙе ойошторған Украина клиник медицинаһы ҒТИ дир., 1941—43 йй. БДМИ‑ның факультет терапияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуын, миокард инфарктын, йөрәктең ишемия ауырыуын, ревматизмды, йәрәхәтле сепсисты, йөрәк етешмәүсәнлеген, ашҡаҙан‑эсәк ауырыуҙарын, бауырҙы, ҡанды һ.б. өйрәнеүгә арналған. С. йөрәктең коронар артериялары тромбозының клиник үҙенсәлектәрен, ҡан әйләнеше органдары ауырыуҙарының байтаҡ билдәләрен тәүгеләрҙән булып тасуирлай, ревматизмдың стрептококк этиологияһы гипотезаһын иҫбатлай, ҡан әйләнеше етешмәүсәнлеге функциялары т‑дағы тәғлимәтте, ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарын физик диагностикалау ысулдарын һ.б. эшләй. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1943, 1947), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

      Хеҙм.: Избранные труды: в 2 т. Киев, 1955—1956.  

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика