“СТИН” п р о и з в о д с т в о к о м п а н и я һ ы. Ҡул, пневматик, электр, төҙөлөш инструменттары, машиналар эшләү һәм етештереү м‑н шөғөлләнгән. 1987 й. Белорет механикалаштырылған төҙөлөш инструменттары з‑ды булараҡ ойошторола, 1995 й. алып “Белорет механикалаштырылған инструмент заводы” ААЙ (20 төр инструмент, ш. иҫ. электр дрелдәре, электр бысҡыһы, электр һәм пневмошымартыу машиналары, пневмосүкештәр, бетон ватҡыстар эшләп сығара), 2000 й. — “Стройинструмент”, 2006 й. — “С.” производство компанияһы ЯСЙ, 2000 й. — “Стин‑М” ЯСЙ, 2014 й. ябыла. Составына әҙерләү, механика, инструменталь цехтары; ҡойоу һәм йыйыу участкалары ингән. Спорт клубы, “Алтын асҡыс” ял базаһы булған. 2009 й. 409 кеше эшләгән. Бетон бутағыстар, ватыу сүкештәре, буяу пульттары етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа, РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һәм яҡын сит илдәрҙә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика