СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡ‑көнбайышта — Әлшәй, төньяҡта — Ауырғазы, төньяҡ‑көнсығышта — Ғафури, көнсығышта — Ишембай, көньяҡта — Мәләүез, көньяҡ‑көнбайышта Стәрлебаш һәм көнбайышта Миәкә р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Стәрлетамаҡ кантоны улустарынан ойошторола (ҡара: Административ район). Майҙаны — 2222 км2. Адм. үҙәге – Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 70,0; 1959 — 48,9; 1989 — 33,6; 2002 — 37,7. Милли составы (2002): урыҫтар — 34,2%, башҡорттар — 21,6%, татарҙар — 21,6%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 17 кеше/км2. Районда 20 ауыл советы, 111 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Наумовка (2,9 мең кеше), Оло Ҡуғанаҡ (2,6 мең), Рощинский (1,8 мең), Загородный (1,7 мең) ауылдары. С.р. сигендә Салауат ҡ. урынлашҡан.

Рельеф морфоструктураларының сиктәре Ағиҙел й. буйлап асыҡ күренә: төньяҡ өлөшө — Ағиҙел буйыубалы тигеҙлегендә, көнсығышы – Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе тау итәктәрендә һәм тәпәш тауҙарында, көньяҡ‑көнбайышы Дөйөм Һырттаята. С.р. ҡаплаулы сульфат карст үҫешкән. Райондың үҙәк өлөшө Көньяҡ Татар көмбәҙендә, көнсығышы Шихан‑Ишембай биләнендәурынлашҡан. Район терр‑яһында эзбизташ (Йөрәктау), кирбес сеймалы ятҡылыҡтары бар: балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Байраҡ, Көнсығыш Ҡуғанаҡ, Талалаевка), цемент балсығы (Краснояр, Мичуринск), керамзит (Михайловск), аҙ иреүсән (Талалаевка), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы һәм ҡом (Кантюковка, Краснояр, Покровка, Хрипунов) сығанаҡтары, нефть ятҡылыҡтары (Ураҙмәт, Черниговка, Ямғырсы). Климаты континенталь, дым етешмәй. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,3°С, ғин. уртаса т‑ра ‑15°С, июлдә 21°С. Абс. макс. т‑ра 38°С, абс. миним. т‑ра ‑48,0°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 450 мм. Гидрографик селтәрҙе Ағиҙел, Ашҡаҙар, Стәрле, Ҡуғанаҡ йй. барлыҡҡа килтерә. Йыуылған, типик ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Болон далалары һәм ҡоро болондар таралған. Райондың яҡынса 5%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Йөрәктау, Стәрлетамаҡ урмансылығының 13‑сө кварталындағы ҡарағай һәм шыршы культуралары (23‑сө выдел), 16 кварталындағы ҡарағайҙар (23), 19 кварталындағы кедр (17) — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2009 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 190,0 мең га (дөйөм майҙандың 85%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 129,3, сабынлыҡтар — 14,4, көтөүлектәр — 43,8; урмандар майҙаны — 13,2, ер өҫтөһыуҙары — 2,1. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [“Рощинский” совхозы, 19 крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы, 12 АХПК, ш. иҫ. Калинин М.И. исемендәге колхоз, 3 ЯСЙ, 19 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, һөт-ит йүнәлешле һыйыр малын үрсетеүгә, сусҡасылыҡҡа махсуслаша. Ҡошсолоҡ үҫешкән. Район терр‑яһында Стәрлетамаҡ тәж.‑производство хужалығы, Стәрлетамаҡ сорт һынау участкаһы, “Башҡортостан” ҡошсолоҡ ф‑каһы филиалы (Оло Ҡуғанаҡ), йылҡы заводы (Талалаевка а.), лесхоз урынлашҡан. Стәрлетамаҡ  махсус нефть материалдары заводы, “Ресурсэнерго” ЯСЙ, “Агротехсервис” ААЙ (икеһе лә — Загородный), Ҡуғанаҡ‑“Проминвест” ЯСЙ, “Промкерамика" ЯСЙ (икеһе лә – Оло Ҡуғанаҡ), “ИнвестРайСтройЗаказчик" ЯСЙ (Мариинский а.), “БПС аҙыҡ‑түлек комбинаты" ЯСЙ (Стәрлетамаҡ), юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Дим—Төйлөгән участкаһы), Өфө—Ырымбур, Стәрлетамаҡ—Стәрлебаш—Фёдоровка, Стәрлетамаҡ—Красноусол, Стәрлетамаҡ—Раевка, Стәрлетамаҡ—Стәрлебаш—Тәтер‑Арыҫлан автомобиль юлдары үтә. С.р. көньяҡ иҡтисади төбәккәинә.

Районда Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы, һөнәрселек училищеһы, 68 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 30 урта мәктәп; балалар йорто, 22 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, 2 муз. мәктәбе, 2 ДЮСШ, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәге (Наумовка), Балалар ижады йорто, йәш техниктар станцияһы, 2 үҫмерҙәр клубы; үҙәк район һәм 7 участка дауаханаһы, амбулатория, 50 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 6 район тиҙ ярҙам подстанцияһы, ветерандар йорто; 2 мәҙәниәт йорто, 40 клуб учреждениеһы, 39 китапхана бар. Урыҫ һәм татар телдәрендә “Сельские нивы” гәз. сыға.

И.В.Голубченко, З.Ф.Үләмәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Карта: Стәрлетамаҡ районы

Яндекс.Метрика