“СТЕРЛИТАМАКСТРОЙ”, ЯСЙ. Составына 1‑се, 2‑се, 7‑се, 10‑сы төҙөлөш фирмалары, төҙөлөш, механизация һәм транспортты производство комплектациялау идаралыҡтары инә (бөтәһе лә — ЯСЙ). 2009 й. 773 кеше эшләгән. 1941 й. 850‑се з‑дты (ҡара: “Авангард”) төҙөү өсөн 50‑се айырым төҙөлөш‑монтаж бүлеге булараҡ нигеҙ һалына, 1946 й. алып 50‑се трест, 1947 й. башлап “Стерлитамакстрой” тресы, 1993 й. — ААЙ, 2004 й. алып “Стерлитамакстрой тресы” (составына 9 төҙөлөш идаралығы, Йорттар төҙөү комб‑ты, 2 идаралыҡ, “Тө .ө .се” шифахана‑профилакторийы инә), 2006 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. 2008 й. ҡарата “С.” тарафынан 4,2 млн м2 торлаҡ, 48 мәктәп, 47 мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн һәм 22 мед. учреждениеһы, 10 малсылыҡ комплексы, 3 ин‑т һәм техникум, 12 мәҙәниәт һарайы, ш. уҡ “Инмаш”, “Каустик”, “Каучук”, “Сода”, Стәрлетамаҡ күн аяҡ кейеме комбинаты, Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводы, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы, “Уфаоргсинтез” һ.б. сәнәғәт объекттары төҙөлә. Окт. Революцияһы орд. м‑н бүләкләнгән (1971). Пр‑тие м‑н В.И.Ядренников һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика