СТӘРЛЕТАМАҠ ИТ КОМБИНАТЫ. 1930 й. “Союзмясо”ның Стәрлетамаҡ бүлексәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1932 й. алып С.и.к., 1994 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына ит‑май, сеймал, ит‑продукт, колбаса цехтары, һыуытҡыс һ.б. ингән. 2003 й. 292 кеше эшләгән. Ит һәм субпродукттар, колбаса изделиелары, иретелгән аҙыҡ майы, ит ярым фабрикаттары, киптерелгән ит- һөйәк аҙығы етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика