СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, “Стәрлетамаҡ–М.Т.Е”, ААЙ. Эшкәртеү үҙәктәре, һан м-н программаланған ҡырыу-быраулау-фрезерлау-ҡырғыс, ҡырыу һәм хонингылау, махсус, универсаль станоктар һ.б. етештерә. Составына ҡойоу, термик, механик эшкәртеү, механик йыйыу, инструменттар, ремонтлау производстволары инә. 2009 й. 1004 кеше эшләгән; етештерелгән (дана): станоктар – 239, ш. иҫ. эшкәртеү үҙәктәре һәм һан м-н программаланған 29 станок. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла, 70-тән ашыу яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. 1941 й. Одесса ҡ. эвакуацияланған В.И.Ленин ис. станоктар эшләү з-ды (1865 й. нигеҙләнгән) базаһында В.И.Ленин ис. С.с.э.з булараҡ төҙөлә (40-сы йй. башында радиаль быраулау, алмас-ҡырғыс; 40-сы йй. урт. вертикаль һәм радиаль быраулау, горизонталь алмас-ҡырғыс, агрегат киртләсләү һ.б. станоктар; 80-се йй. урт. эшкәртеү үҙәктәре етештереү үҙләштерелә), 1998 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1943).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика