СТӘРЛЕТАМАҠ СПИРТ‑АРАҠЫ КОМБИНАТЫ, Башспирт” ААЙ филиалы. Составына ликёр‑араҡы, спирт, шарап‑араҡы производстволары (Ишембай ҡ.), транспорт‑сеймал цехы, үҙәк лаб. инә. 2009 й. 669 кеше эшләгән. Спирт, алкоголле продукция, натураль уксус; углекислота, ферменттар етештерә. 72 Продук‑„ цияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. 1796 й. Ҡазан дворяны С.Я.Левашевтың шарап ҡыуыу з‑ды (ҡара: Шарап ҡыуыу заводтары) булараҡ нигеҙ һалына (19 б. 40‑сы йй. тиклемэшләй), завод базаһында 1856 й. уның ейәне П.Н.Левашев спирт‑сеймал етештереү б‑са 20‑се Тихвин з‑дын аса; 1883 й. алып 58‑се Спас‑Сергиев исемен йөрөтә; 1918 й. национализациялана, 1959 й. Дәүләт араҡы з‑ды м‑н берләштерелә (1890 й. ҡаҙна спирт склады булараҡ нигеҙ һалына), 1960 й. алып Спирт‑мал һимертеү совхозы- комбинаты, 1962 й. башлап И.В.Мичурин ис. Мал һимертеү совхозы-комбинаты, 1977 й. башлап Стәрлетамаҡ спирт‑араҡы комб‑ты, 1994 й. — “Стәрлетамаҡ спирт‑араҡы заводы” ДУП‑ы, 1999 й. алып “Сталк” С.с.‑а.к., 2001 й. хәҙ. статусын, 2007 й. хәҙ. исемен ала. “Аҡ сәй”, “Сталков Ҡырағай балы”, “Ҡаҙна склады”, “Ағалтын Star”, “Иҫке умарталыҡ Люкс”, “Сталков Сауҙагәре”, “Сталков Президент Отеле” араҡылары, “Ағиҙел” бәлзәме, “Коньяктағы сейә”, “Коньяктағы мүк еләге” настойкалары Брюссель (2004), Мәскәү (2006—08, 2010), Өфө (2006—08), Сочи (2008) ҡҡ. үткәрелгән халыҡ‑ара һәм төбәк күргәҙмәләренең алтын, көмөш, бронза миҙалдары һәм дипломдары м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика