СТӘРЛЕТАМАҠ НЕФТЕХИМИЯ ЗАВОДЫ, ААЙ. Бутадиен-стирол каучуктар етештерә. Рәсәйҙә синтетик каучуктар, пластик массалар, сүстәр һ.б. етештереүҙә, ш. уҡ мал аҙығы, аҙыҡ-түлек һәм косметика сәнәғәттәрендә файҙаланылған феноллы антиоксиданттар етештереүсе берҙән-бер пр‑тие. Составына бутанды, бутилендарҙы дегидридлау, бутан-бутилен һәм бутилен‑дивинил фракцияһы, олигомеризат (1961 й. нигеҙ һалына), аммиак‑һыуытыу (1959) цехтары; бутадиен, латекстар, синтетик каучук (1959–60), углеводородтар, полимерҙар һәм ҡушма фенолдар етештереү өсөн сеймал әҙерләү (икеһе лә – 1963) производствоһы; феноллы берләшмәләр, ҡушма фенолдар (икеһе лә – 1979) производствоһы; үҙәк завод лаб. (1966) инә. 2009 й. 1194 кеше эшләгән; етештерелгән (мең т): синтетик каучуктар – 32,4, феноллы антиоксиданттар – 15,2, юғары октанлы өҫтәмәләр – 46,5, ҡатырғыстар һ.б. продукция – 24,8. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла, донъяның 30-ҙан ашыу иленә сығарыла. 1958 й. нигеҙ һалына, 1963 й. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з-ды составында тәжрибә производствоһы булараҡ файҙаланыуға тапшырыла (ҡара: “Каучук”), 1966 й. алып изопрен каучук етештереү б-са Стәрлетамаҡ тәжрибә-сәнәғәт з-ды, 1975 й. башлап тәжрибә-сәнәғәт нефтехимия з-ды, 1991 й. хәҙ. исемдәге ҠП, 1994 й. алып ЯАЙ, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Пр-тие тарафынан СССР-ҙың 458 авторлыҡ таныҡлығы, 322 сит ил һәм 100 ватан патенты алынған. Пр-тиеның продукцияһы СССР Дәүләт пр. (1978, 1989), СССР МС-ы пр. (1974), Ленин комсомолы пр. (1977), СССР ВДНХ-ның алтын (1974, 1977, 1981), көмөш (1973–74, 1981, 1988–90) һәм 10 бронза миҙалына, “Шиналар. Резина-техник изделиелар. Каучуктар” халыҡ-ара күргәҙмәләренең алтын, көмөш миҙалдарына (Мәскәү, 2002, 2004–08), “Бөтә Рәсәй маркаһы (III мең йыллыҡ). XXI быуаттың сифат маркаһы” (Мәскәү, 2001–2, 2004) күргәҙмәләренең ағалтын, алтын, көмөш билдәләренә лайыҡ булған. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” (2001, 2004), “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” (2001, 2004, 2008), “Рәсәйҙең иң яҡшы экспортсыһы” (2007) һ.б. конкурстар лауреаты. Пр-тие м-н А.Г.Лиакумович, Б.И.Пантуха, Г.И.Рутман һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика