СТӘРЛЕТАМАҠ ИТ КОМБИНАТЫ. 1930 й. “Союзмясо”ның Стәрлетамаҡ бүлексәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1932 й. алып С.и.к., 1994 й. – ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына ит-май, сеймал, ит-продукт, колбаса цехтары, һыуытҡыс һ.б. ингән. 2003 й. 292 кеше эшләгән; етештерелгән (т): ит һәм субпродукттар – 922,8, колбаса изделиелары – 314,4, иретелгән аҙыҡ майы – 28,1, ит ярым фабрикаттары – 18,6, киптерелгән ит-һөйәк аҙығы – 83,2. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатылған. 2004 й. алып пр-тие терр-яһында “Яңы Стәрлетамаҡ ит комбинаты” ААЙ урынлаша, ул оҡшаш продукция етештерә.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика