СТӘРЛЕТАМАҠ ҺӨТ КОМБИНАТЫ, “Аллат” ЯАЙ (Өфө) филиалы, 100‑гә яҡын төр продукция етештерә. Составына ҡабул итеү‑ҡойоу; стерилләнгән һөт һәм киптерелгән һөт продукттары, май һәм шәрбәткә манылған татлы эремсек, сыр, эремсекцехтары инә. 2009 й. 608 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1956 й. Стәрлетамаҡ ҡала һөт з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1972 й. хәҙ. исемен ала, 1996 й. алып ААЙ, 2009 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика