СТӘРЛЕТАМАҠ МЕБЕЛЬ КОМБИНАТЫ. 1962 й. “Дуҫлыҡ”, “Ҡыҙыл партизан”, “Таймур”, “Ташлы” артелдәре базаһында (бөтәһе лә — Ғафури р‑ны) Стәрлетамаҡ мебель фирмаһы булараҡ төҙөлә, 1963 й. алып Стәрлетамаҡ мебель берекмәһе составында (Күмертау, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Красноусол ҡасабаһының мебель цехтары инә), 1971 й. башлап “С.м.к.” ДУП, 2003 й. — “Стәрлетамаҡ мебель фабрикаһы” ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына корпуслы мебель, мәктәп мебеле, театр креслолары һ.б. етештергән 2 мебель цехы ингән. 2005 й. 89 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика