АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АШАТЫУ, 1) малсылыҡтағы производство процесы, был осраҡта мал аҙыҡтары малс‑ҡ продукттары алыу өсөн ҡулланыла. 2) Зоотехнияның малдарҙың нормаль үҫеүен, юғары продуктлылығын, һаулығын, үрсеү функцияларын, тоҡом сифаттарын тәьмин иткән мал аҙыҡтарын рациональ ҡулланыуҙың фәнни нигеҙҙәрен, ысул һәм алымдарын өйрәнеүсе бүлеге. А.х.м.а. т‑дағы фән мал аҙыҡтарының составын һәм туҡлыҡлылығын, уны хәстәрләү һәм аҙыҡ итеп бирергә әҙерләү технологияһын, малдарҙың туҡлыҡлы һәм биологик актив матдәләргә ихтыяжын өйрәнә, ашатыу нормаһын һәм рациондарын, тәртибен һәм режимын тикшерә. Нормалаштырылған ашатыу мал аҙыҡтарын тотоноуҙы контролдә тоторға һәм уларҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле ҡулланырға ярҙам итә. Айырым төр һәм йәштәге малдар өсөн аҙыҡ рациондары продуктлылыҡ йүнәлешен һәм кимәлен, ҡабул ителгән ашатыу тибын иҫәпкә алып төҙөлә. Башҡортостан хужалыҡтарында малсылыҡта аҙ миҡдарҙа ҡоро аҙыҡтар һәм уртаса күләмдә концентраттар сарыф ителеүсе рационда һутлы аҙыҡтар һәм йәшел мал аҙығы өҫтөнлөк иткән ярым концентрат тибы нығыраҡ таралған (туҡлыҡлылығы б‑са концентрат мал аҙыҡтары рациондың 25—39%‑ын тәшкил итә). Сусҡасылыҡта концентратлы (рацион туҡлыҡлылығының 80%‑ын һәм унан күберәген концентраттар алып тора), картуфлы‑концентратлы (концентраттар 60—70%, картуф һ.б. һутлы аҙыҡтар 20—25%), тамыраҙыҡлы‑концентратлы (концентраттар 65—70%, һутлы аҙыҡтар 15—20%) ашатыу типтары ҡулланыла. Һарыҡсылыҡта рациондарҙың уртаса йыллыҡ структураһында ҡоро аҙыҡтар — яҡынса 15%, һутлы — 30—35%, йәшел — 40—45%, концентраттар яҡынса 15% тәшкил итә. Ҡышҡы рациондарҙа бесән, сенаж һәм силос өҫтөнлөк итә, көтөүлектә йөрөтөү осоронда төп аҙыҡ булып көтөүлектәрҙәге үлән тора. Йылҡысылыҡта концентратлы (туҡлыҡлылығы б‑са рациондың 50%‑тан күберәген концентраттар тәшкил итә), бесәнле (50%‑тан күберәге бесән), һутлы аҙыҡлы (30%‑тан күберәге картуф, тамыраҙыҡтар йәки силос), ҡоро аҙыҡлы (70%‑тан күберәге һалам һәм бесән), йәшел аҙыҡлы (50%‑тан күберәге үлән), ҡатнаш (30—40% концентраттар, 10—15% һутлы һәм 45—55% ҡоро аҙыҡтар) ашатыу типтары айырып йөрөтөлә. А.х.м.а. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр респ. 20 б. 30‑сы йй. аҙағынан алып барыла. Аграр университетта концентрацияланған аҙыҡтарҙы сүпрәләгәндән һуң (П.Д.Пшеничный), сусҡаларҙы һимертеүҙә Әшә фосфориттарын (Н.Г.Сорока), айыртылмаған һөттө алмаштырыусыны (Т.Ә.Фәритов, Ф.С.Хәзиәхмәтов һ.б.), көнсығыш козлятнигын (Хәзиәхмәтов), натрий гуматы (А.Н.Тереғолов), цеолит (А.Е.Андреева) һ.б. ҡулланыуҙың эффективлығы өйрәнелгән. Мал аҙыҡтары әҙерләү һәм һаҡлау ысулдарын камиллаштырыу, уларҙы аҙыҡ итеп бирергә әҙерләү, ҡатнаш аҙыҡтарҙың һәм комплекслы аҙыҡ өҫтәлмәләренең рецептарын эшләү (Фәритов, Хәзиәхмәтов һ.б.), төрлө ауыл хужалығы зоналарында һыйырҙарҙы минераль туҡландырыуҙы яҡшыртыу (Ғ.М.Ҡазбулатов) б‑са тикшеренеү эштәре алып барыла. Ауыл хужалығы институтында жом м‑н һимерткәндә йәш һыйыр малын (Ә.И.Измайлов, Ғ.Ш.Ҡорбанғәлиев), ҡулланылған аҙыҡтарҙың химик составын һәм туҡлыҡлылығын иҫәпкә алып көтөү яңыртыу өсөн аҫралған тана һәм һыйырҙарҙы (Л.К.Хәкимов), сусҡаларҙы (Н.В.Бараш), төрлө а.х. зоналарында малдарҙы (Ғ.Р.Сәғәҙәтов) ашатыу рациондары төҙөлгән. Урал алды дала зонаһы мал аҙыҡтарының аминокислота составы һәм сусҡаларҙы ашатыу рационының балансланған булыуы (З.Ҡ.Хәйретдинова) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән, Урал аръяғы дала зонаһы, төньяҡ урман‑дала зонаһы, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһы (М.Ғ.Маликова), Урал алды дала зонаһы (И.Л.Аллабирҙин) һәм көньяҡ урман‑дала зонаһы (Б.Ғ.Шәрифйәнов) хужалыҡтары өсөн һыйыр малының минераль туҡланыуы б‑са тәҡдимдәр индерелгән. Мал аҙыҡтары әҙерләүҙең ресурстарҙы һаҡлаусы һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ технологияларын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Аллабирҙин, Шәрифйәнов һ.б.).

Әҙәб.: Нормы и рационы кормления сельскохозяйственных животных / А.П. Калашников [и др.]. М., 2003; Фаритов Т.А. Принципы и техника составления рационов. Уфа, 2005.

И.Л.Аллабирҙин, Т.Әәритов

Тәрж. М.Н.Моратшина