СТӘРЛЕТАМАҠ ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ, иген әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеү, төрлө сорт он, ярма, ҡатнаш аҙыҡ, икмәк‑булка, кондитер, макарон изделиелары һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 20 б. 30‑сы йй. алып билдәле. Тирмән з‑дтары (18 б. тирмәндәр булараҡ нигеҙ һалына) базаһында “Союзхлеб” берекмәһе Башҡ‑н өлкә контораһының тирмән комб‑ты булараҡ ойошторола, 1932 й. алып Башҡ‑н он тартыу тресы составында, 1957 й. башлап Стәрлетамаҡ тирмән комб‑ты, 1975 й. — С.и.п.к., 1968— 97 йй. һәм 2001 й. алып “Башхлебопродукт” ДУП‑ы составында, 1998 й. — “Башхлебоптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2003 й. башлап филиалы, 2005 й. — “Башҡортостан тирмәндәре” ААЙ‑ның бүлендек пр‑тиеһы (2002 й. ДУП булараҡ “Башхлебопродукт” ДУП‑ынан бүленеп сыға), 2007 й. алып “Рощинский” совхозы составында. Комб‑т составына 2 тирмән з‑ды (1964 й., 1973 й. нигеҙ һалына), ҡатнаш аҙыҡ з‑ды (1974), 2 элеватор (1968, 1992), лаб. (1968), склад хужалығы, макарон цехы, икмәкхана ингән. 2004 й. 637 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика