СТӘРЛЕТАМАҠ ЦЕМЕНТ-ЮНЫСҠЫ ПЛИТАЛАР ЗАВОДЫ. Составына цемент-юнысҡы плиталар (1986 й. нигеҙ һалына), стена панелдәре (1991) етештереү цехтары инә. 2009 й. 51 кеше эшләгән; 3,1 мең м3 цемент-юнысҡы плита етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1984 й. нигеҙ һалына, 1986 й. алып Стәрлетамаҡ цемент-юнысҡы плиталар тәжрибә з-ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. башлап ААЙ, 2002 й. – С.ц.‑ю.п.з., 2009 й. алып “Төҙөлөш конструкциялары заводы” ЯСЙ. Пр-тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр стена панелдәренән тиҙ төҙөлә торған йорттар йыйыу технологияһы индерелә (2001).

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика